6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 10:14

Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы 19 йыллығын байрам итте

автор: Эльмира Сабирова

20 октябрҙә Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы йәмәғәт ойошмаһы үҙенең 19 йыллығын билдәләне.

Тап ошо көндө 1990 йылда һуңғы XXXVII Башҡортостан өлкә комсомол конференцияһы ҡарары менән ВЛКСМ-дың төбәк бүлексәһе Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы (БДЙИ) итеп үҙгәртелә.

1996 йылдан БДЙИ Рәсәй Йәштәр Союзының республика ойошмаһы булып тора, ә 2007 йылдан Республика йәштәр хәрәкәте составына инә.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ойошманың эше ижтимағи тормоштоң төрлө өлкәләрендә йәш кешенең һәр яҡлап үҫеше өсөн шарттар булдырыуға, уның потенциалын асыуға һәм ғәмәлгә ашырыуға, союз ағзаларының мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Был Башҡортостандың күп һанлы йәштәр ойошмаларының береһе, уның составына 27 мең самаһы кеше инә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағы республика һәм федераль әһәмиәттәге, шул иҫәптән йәштәр сәйәсәте өлкәһендә лә, 16 программаны тормошҡа ашырыу буйынса эш алып бара.

Ойошма ағзалары булып уҡыусылар, студенттар, дәүләт структуралары һәм бизнес вәкилдәре тора.

темалар: йәштәр