4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 9:26

Башҡортостанда “ Почта ярҙамы” хәйриә акцияһы башланды

автор: Любовь Колоколова,Светлана Моратова

Башҡортостанда “Рәсәй почтаһы”  федераль дәүләт унитар предприятиеһының сираттағы махсус проекты  “Почта ярҙамы” хәйриә  акцияһы башланды. Был  акция “Мин булмаһам, кем?” хәйриә фонды менән берлектә үткәрелә һәм ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балаларға  белем алырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың элемтә бүлексәләрендә был хаҡта мәғлүмәт материалдары менән танышырға була һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән  балаларҙы, етемдәрҙе, ғәрип балаларҙы  дистанцион уҡыуға урынлаштырыу өсөн ярҙам йыйыла. Шулай уҡ балаларға бушлай уҡыу әсбаптары, тематик энциклопедиялар, Мәскәү уҡытыусыларынан интернет-консультациялар алыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

“Рәсәй почтаһы” социаль яуаплы предприятие булараҡ, төрлө социаль программа һәм проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Дистанцион белем алыу” проекты  ярҙамында  2008-2009  уҡыу йылында төбәктәрҙәге балалар йорттарынан һәм  ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған 85 юғары класс уҡыусыһы мәктәпте уңышлы тамамланы. Ун беренсе класс уҡыусыларының 75 проценты юғары уҡыу йорттарына, 27 проценты профессиональ-техник училищеларына инде. Студенттарға вузда уҡыған бөтә осорҙа матди, консультатив һәм   әхләҡи ярҙам күрһәтелә.

темалар: Почта, хәйриә