Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Президент ЮНЕСКО етәксеһен ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Ирина Боковаға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса (ЮНЕСКО) генераль директоры вазифаһына һайланыуы һәм раҫланыуы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.  

Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Хөрмәтле Ирина Георгиева!

ЮНЕСКО-ның 60 йылдан ашыу тарихында ошондай абруйлы халыҡ-ара ойошманың етәксеһе итеп тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ – Рәсәй һәм уның төбәктәре мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау өлкәләрендә күп яҡлы хеҙмәттәшлек алып барған туғандаш Болгария, Көнсығыш Европа вәкиле һайланыуына бик шатбыҙ.

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының алдынғы субъекттарының береһе – ЮНЕСКО-ның күп сараларында, программаларында һәм проекттарында ҡатнашып, 10 йылдан ашыу инде уның менән әүҙем бәйләнеш тота. Мәҫәлән, 2008 йылдың мартында берлектәге акция –ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһы менән таныштырыу үтте. Унда мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникация, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләүсе Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә — ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы коммюникеға ҡул ҡуйылды.

Хөрмәтле Ирина Георгиева, Һеҙгә бөтә донъя халыҡтарының сәскә атыуы һәм именлеге мәнфәғәттәрендәге яуаплы халыҡ-ара эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләргә рөхсәт итегеҙ!

Форсаттан файҙаланып, Һеҙҙе ҡунаҡсыл Башҡортостан еренә килеп, күп милләтле һәм күп конфессиялы республикабыҙҙың үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм уникаль тәбиғәте менән танышырға саҡырам”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть