5 декабрь, Дүшәмбе

20 октябрь 2009 йыл, 17:19

Йорттары янып афәткә тарыусы ғаиләгә ярҙам итәсәктәр

автор: Ольга Горюнова

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бөгөн Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземасловҡа йорттары янып киткән ғаилә өсөн торлаҡ мәсьәләһен кисекмәҫтән хәл итергә бойороҡ бирҙе.

Башҡортостандың Благовар районында алты балаһы менән ғаилә йәшәгән йорт шәмбе көнө янып китте. Йорттоң ҡыйығы, бөтә йорт йыһаздары тулыһынса янып юҡҡа сыҡты.

Былтыр БР Президенты Мортаза Рәхимов күп балалы әсә Александра Кобелеваға  “Әсәлек даны” миҙалы тапшырғайны. “Эшһөйәр ғаилә, йортто үҙҙәре һалдылар, балаларын яҡшы тәрбиәләйҙәр, иң кесеһенә әле бер йәш тә юҡ”, — тиҙәр районда.

— Юрий Александрович, йә бөгөн үк яңы ҙур йорт табып уларҙы урынлаштырығыҙ, һатып алыу өсөн аҡсаһын беҙ табырбыҙ, йәки бөтә төҙөүселәрҙе туплап, йортто аяҡҡа баҫтырығыҙ. Һәр хәлдә яҡын арала улар йортло булырға тейеш, — тине Раил Сарбаев.

Телефон аша һөйләшкәндән һуң бер сәғәт үткәс, район хакимиәте башлығы йортто аяҡҡа баҫтырыу нисек барыуы тураһында хәбәр итте.

— 2-3 көндән йорт әҙер буласаҡ, — тип вәғәҙә итте ул.