7 декабрь, Шаршамбы

20 октябрь 2009 йыл, 10:32

Туймазыла йәштәргә һөнәр йүнәлеше биреү мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

20 октябрҙә Туймазыла “Үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең профессиональ-шәхси үҙбилдәләнеше буйынса эшмәкәрлекте ойоштороу һәм тормошҡа ашырыуҙың заманса технологиялары” зона семинары үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаттары – үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш биреү һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса эшмәкәрлек алып барыусы ойошмалар һәм учреждениелар араһында хеҙмәттәшлек итеү системаһын ойоштороу, үҫеп килеүсе быуындың профессиональ-шәхси үҙбилдәләнеше буйынса эшләү формалары һәм ысулдары, заманса технологиялар менән танышыу, мәғлүмәт-методика базаһы булдырыу һәм профориентация мәсьәләләре буйынса методик материалды таратыу системаһында инновацион ҡараштарҙы файҙаланыу.

Сарала Бәләбәй, Бөрйән, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан педагог-психологтар, социаль педагогтар, белем биреү учреждениелары директорҙары урынбаҫарҙары, социаль-психологик хеҙмәттәр һәм мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ҡатнашасаҡ. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә йәштәрҙең профессиональ-шәхси үҙбилдәләнеше процесын әүҙемләштереү буйынса тренингтар үткәреләсәк.

темалар: йәштәр