8 декабрь, Кесе йома

20 октябрь 2009 йыл, 10:29

Рәит Ғайсин Башҡортостан композиторҙар союзының яңы рәйесе итеп һайланды

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Композитор Рәит (Айрат) Ғайсин Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзының яңы рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһы БР Композиторҙар союзының юбилей сьезы сиктәрендә үткән ижади ойошма ағзаларының отчет-һайлау йыйылышында раҫланды.

Ижади союз башлығы булараҡ, ул союздың музыкаль фондын тергеҙеүҙе, сәнғәт өлкәһендәге  һөнәри уҡыу йорттары һәм союз араһында бәйләнеш урынлаштырыуҙы, ойошманың үҙ китапханаһын булдырыуҙы  эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип ҡарай.

– Союзға күптән инде композиторҙарҙың ҡулъяҙмалары, нота материалдары, ғилми-методик әҙәбиәт һаҡланасаҡ китапхана талап ителә. – тип иҫәпләй Ғайсин.

Рәит Ришат улы шулай уҡ  Композиторҙар союзы ҡарамағында   тауыш яҙыу студияһын ойошторорға  ла ниәтләнә.

– Бындай осраҡта беҙ башҡорт композиторҙарының музыкаль әҫәрҙәрен  сығарып ҡына ҡалмай,ә үҙаллы  тарата ла аласаҡбыҙ. – ти ул.