Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертау ҡалаһы студенткаһы нанотехнологиялар буйынса конкурс лауреаты булды

Йәмғиәт

Күмертау ҡалаһынан Ирина Калабухова нанотехнологиялар өлкәһендә йәш ғалимдарҙың фәнни эштәренең  II Халыҡ-ара конкурсы лауреаты исемен яуланы. Конкурс Мәскәү ҡалаһында үткән нанотехнологиялар буйынса Халыҡ-ара форум сиктәрендә уҙғайны.

Ирина Калабухованың эше автомобиль сәнәғәтендә нанотехнологияларҙы ҡулланыуҙың физик асылы һәм  тәүшарттарына арналған.

Яҡташыбыҙҙың сираттағы уңышы тураһында мәғлүмәт нанотехнологиялар  буйынса форум сайтында  ҡуйылған. Быйыл яҙын  Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы  студенткаһы Ирина Калабухова  Күмертау ҡалаһының  Йәштәр  эшҡыуарлығы мәктәбе  раҫлаған  иң яҡшы бизнес-идея өсөн беренсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть