4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2009 йыл, 16:39

Төбәктең туғыҙ айлыҡ үҫеш йомғаҡтары

автор: Марият Артюхова

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы Башҡортостандың туғыҙ айҙағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны. Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, ойошмаларҙың отчет осорондағы әйләнеше 985,5 миллиард һум тәшкил иткән. Үҙ көстәре менән 619 миллиард һумдан ашыулыҡ тауарҙар тейәп оҙатылған, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарылған.

Йыл башынан алып республикала 1,4 миллион квадрат метр дөйөм майҙан менән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылған.

Ғинуар-сентябрҙә ауыл хужалығында етештереү күләме 79,7 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.

Транспорт йөк әйләнеше 141 миллиард тонна-километрға еткән.

Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше – 310,8 миллиард һум, ә күмәртә сауҙаһы – 255,3 миллиард һум кимәлендә.

Йыл башынан алып тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә ҡулланыу хаҡтары һәм тарифтар индексы – 107,6 процент, ә сәнәғәт тауарҙары етештереүселәр индексы 138,6 процент тәшкил иткән.  

темалар: статистика