Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестивале уҙасаҡ

Йәмғиәт

27 октябрь баш ҡаланың 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәбе-интернатында  мөмкинлектәре сикләнгән балалар слеты  башлана. Ул йыл һайын үткәрелә һәм быйыл туғыҙынсы тапҡыр үтәсәк.Сараның ойоштороусыһы – БР Мәғариф министрлығы. “Башинформ” агентлығына ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаты –  йәмәғәтселек  иғтибарын мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына  йүнәлтеү.

Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың 37 махсус учреждениеларынан 200-гә яҡын бала йыйыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы төрлө спорт төрҙәре буйынса бәйгеләр көтә. Балалар шиғыр уҡыу, йыр башҡарыу, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек ижади конкурстарҙа ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть