Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Сергей Кущенко Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостанда биатлонға етди иғтибар бирелгәне өсөн рәхмәт белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы  Президенты  Мортаза Рәхимов исеменә  Рәсәй биатлонсылары  союзының башҡарма директоры Сергей Кущенконан хат килде. Унда ул  биатлонға етди иғтибар бирелгәне өсөн республика башлығына  рәхмәт белдергән. Хатта былай  тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Оберхов ҡалаһында (Германия) йәйге биатлон буйынса Донья чемпионаты тамамланды. Рәсәй командаһы биш алтын,  ете көмөш һәм дүрт  бронза миҙал яулап, дөйөм команда иҫәбендә икенсе урынға сыҡты.

Рәсәйҙең йыйылма командаһында  башҡорт  спортсылары уңышлы сығыш яһаны: партнерҙары менән берлектә үҫмерҙәрҙең ҡатнаш эсафетаһында алтын миҙал  яулаған Сергей Кугубаев һәм яҡын араға йүгереүҙә командаға көмөш миҙал килтереүсе Мария Косинова.

Рәсәй биатлонсылары  союзы исеменән Һеҙҙе башҡорт спортсыларының  уңышлы сығышы менән ҡотлайым һәм төбәктә биатлондың үҫешенә етди иғтибар биреүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Ихтирам менән, Рәсәй биатлонсылары  союзының  башҡарма  директор С.В.Кущенко”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть