7 декабрь, Шаршамбы

19 октябрь 2009 йыл, 15:55

Рәсәйлеләр Президент менән диалог алып бара

автор: Марина Шумилова

Рәсәйлеләр Президент Дмитрий Медведев менән диалогҡа әүҙем ҡушылды. Билдәле булыуынса, сентябрҙә РФ Президенты “Рәсәй, алға!” мәҡәләһендә ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да илдең үҫеш һәм мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшереүҙә ҡатнашырға саҡырҙы. Медведев үҙ мәҡәләһен Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең конспекты тип атаны.

Яңылыҡтар Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, тәүге ике аҙнала ғына дәүләт башлығының электрон адресына 10 меңдән ашыу хәбәр килде. Тәҡдимдәрҙең иң күбе – 30 проценттан ашыуы – “Иҡтисад, технологиялар, фән” темаһына арналды. Рәсәйҙең сәйәси системаһын үҫтереүгә, дәүләт идаралығына һәм граждандар йәмғиәтенә белдереүҙәрҙең 20 проценты йүнәлтелгәйне. 18 проценттан саҡ ҡына кәмерәге хоҡуҡ һәм суд системаһы, коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса килде. Һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ һәм социаль өлкәләге проблемаларға Президент менән диалогка ингән рәсәйлеләрҙең 4,3 проценты ғына иғтибар бүлде. Милли именлек мәсьәләләре менән дәүләт башлығына хат яҙыусыларҙың – 3,1 проценты, тышҡы сәйәсәт менән – 1,9, экология менән 1 проценттан кәмерәге борсола. Мөрәжәғәтнамә әҙерләгәндә эшҡыуарҙар берләшмәһе тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ.

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыу датаһы әлегә аныҡ билдәләнмәгән, ул октябрь аҙағында – ноябрь башында тип планлаштырыла.