3 декабрь, Шәмбе

19 октябрь 2009 йыл, 15:29

Нефтекамала Башҡорт мәҙәниәте көндәре бара

автор: Марина Шумилова

Нефтекама ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре бара.  Бында йыл һайын,  ҡағиҙә булараҡ, октябрҙә,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте  айлығы үткәреү  матур йолаға әйләнде.

“Башинформ” агентлығына ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәйрүзә Динеева хәбәр итеүенсә,  айлыҡ программаһы төрлө концерттар, конкурстар, осрашыуҙар  һәм  күргәҙмәләргә бай.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Нефтекама дәүләт филармонияһында ҡала халҡы  башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашты.  БР Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған осрашыуҙа Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар ҡатнашты. Гөлфиә Юнысова, Лариса Абдуллина, Рәмил Йәнбәков башҡорт поэзияһын һөйөүселәргә  үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Башҡорт мәҙәниәте көндәре һәм Республика көнө  сиктәрендә мәҙәниәт учреждениеларында  БР дәүләт суверенитеты  тураһында декларация ҡабул ителеүҙең  ун туғыҙ йыллығына арналған байрам саралары булып уҙҙы. “Нефтселәр” мәҙәниәт йортонда ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр, иң яҡшы студент һәм мәктәп уҡыусыларына Башҡортостан Республикаһы  Президенты стипендияларын тапшырҙылар.Ҡала паркында  “Минең Башҡортостаным”  исемле байрам концерты булып уҙҙы.

Ташкен ауылы мәҙәниәт йортонда сағыу “Шәжәрә байрамы” үтте. Ауылдаштарына башҡорт, рус, мари һәм татар ғаиләләре  үҙҙәренең  шәжәрәләрен әҙерләп күрһәтте.

Нефтекама китапханаларында башҡорт авторҙарының яңы сыҡҡан әҫәрҙәренең исем  туйҙары үткәрелә. Улар араһында Мостай Кәрим һәм Әнғәм Атнабаев ижадтарына бағышланған хәтер кисәләре оло ҡыҙыҡһыныу уятты.

темалар: Милли сәйәсәт