Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Йәш экологтарыбыҙ «Йәшел планета – 2009» халыҡ-ара форумында наградалар яуланы

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш экологтарының ижади эштәре «Йәшел планета — 2009» Халыҡ-ара балалар экология форумында юғары баһаға лайыҡ булды. Һигеҙ кеше – Бөтә Рәсәй, ете кеше халыҡ-ара этап лауреаттары булды.

Конкурстың милли этаптарында 12 меңдән ашыу коллективтан 150 мең самаһы балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Призерҙар Рәсәй баш ҡалаһына наградлау тантанаһына саҡырылды.

Беҙҙең балаларҙың эштәре дүрт конкурста билдәләнде. Мәҫәлән, Алина Әхмәтова, Вероника Кузьмина, Рәзинә Моратова һәм Замир Солтанов тәбиғи материалдан яһалған әйберҙәр конкурсы лауреаттары булды («Быуаттарҙан килгән традицияларҙың күп төрлөлөгө» номинацияһы).

Алина Латипова, Екатерина Минюк, Әлфиә Нафиҡова һәм Вадим Ҡотлошин «Йәшел планета балалар күҙлегенән» һүрәттәр конкурсында юғары баһа алды.

«Урман тормошо һәм балалар яҙмышы» әҙәби публикациялар конкурсында Иван Башкиров, Алена Булычева, Рәмил Йомағужин, Оксана Васюкова лауреаттар булды.

Ә фотографиялар конкурсында өс авторҙың –  Дарья Рогулина, Василий Свистунов һәм Юлия Шатохинаның ижади эштәрен жюри иң яҡшылар тип таныны.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть