Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикаға диспансерлаштырыу планын арттырҙылар

Йәмғиәт

“Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Өҫтәмә диспансерлаштырыу” йүнәлеше буйынса эштең уңышлы үткәрелеүе һөҙөмтәһендә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы диспансерлаштырыу планын 40 мең кешегә тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 46,7 миллион һум аҡса аласаҡ. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

2008-2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының мотлаҡ медицина страховкалауы системаһында страховкаланған бөтә эшләүсе граждандары өҫтәмә диспансерлаштырыу үтә.

Диспансерлаштырыу терапевт, акушер-гинеколог, невролог, уролог (ирҙәр өсөн), хирург, офтальмолог, эндокринолог тарафынан үткәрелә. Диспансерлаштырыу сиктәрендә холестерин, ҡандағы шәкәр кимәле тикшерелә, электрокардиография, флюорография, 40 йәштән өлкән ҡатындарға маммография үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть