4 декабрь, Йәкшәмбе

19 октябрь 2009 йыл, 12:19

Юл төҙөгәндә һәм ремонтлағанда яңы материалдар һәм технологиялар

автор: Любовь Колоколова

«Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһы һөнәри байрамдары – уҙған йәкшәмбелә билдәләнгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан сираттағы мөһим объектты файҙаланыуға тапшырҙы. Был “Өфө — Ырымбур” автомобиль юлының Мәләүез ҡалаһын урап үтеүҙе тәьмин итеүсе участкаһы. Уның оҙонлоғо – 8,2 километр.

Юлдың был участкаһын сафҡа индереү менән автомобиль транспортының Мәләүез ҡалаһын урап үтеүе тәьмин ителде, был ҡалалағы экологик шарттарҙы һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Магистраль төҙөү ихтыяжы, нигеҙҙә, еңел һәм йөк ташыусы автомобилдәр ағымының артыуы сәбәпле килеп тыуҙы. Трассаны төҙөй башлағандан алып 323 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелде, шул иҫәптән быйыл – 172 миллиондан ашыу.

Юл һалыу эштәренең сифатын яҡшыртыу өсөн “Башкиравтодор” автомобиль юлдарындағы соҡор-саҡырҙы ремонтлағанда һыуыҡ асфальтбетон әҙерләү һәм һалыу буйынса “Матрекс” канада технологияһын үҙләштерҙе. Яңы юл-төҙөлөш материалы – полимерасфальтобетон да индерелде. Тәүге тапҡыр ул бер йыл элек Ташкисеү районында  Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙә һалынды.