Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Таэквон-до буйынса дөйөм Рәсәй семинары үтте

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһында таэквон-до буйынса дөйөм Рәсәй уҡыу-техник семинары үтте. Семинарҙа  Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Коми, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән, Алтай крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән 120-нән ашыу яугир һәм кәңәшсе-тәрбиәселәр ҡатнашты.

Халыҡ-ара таэквон-до федерацияһының (ИТФ) Техник комитеты вице-президенты – 7 дан мастеры Рудольф Кан әфәнде мастер-класс үткәрҙе, ул Көньяҡ Кореяла үткәреләсәк донъя чемпионаты алдынан был бергә-бер көрәш төрөнөң философияһы, техникаһы һәм теорияһы мәсьәләләрен күтәрҙе.

БР Бөтә стилдәге тэквон-до федерацияһы етәксеһе Фәғит Латиповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай семинарҙар Башҡортостан Республикһында ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә хәрби оҫталыҡтың был матур төрөн үҫтереүгә ҙур этәргес бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть