Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Энергетика күргәҙмәһе үткәрелә

Иҡтисад

20 октябрҙән 23-өнә тиклем Өфөлә «Урал энергетикаһы-2009» XV Юбилей халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе, «Энергияны һаҡлау» VII махсус күргәҙмәһе, «Кабель.Сымдар.Арматура» IV экспофорумы, «Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы» I махсус күргәҙмәһе үткәрелә.

Күргәҙмә “Аҡбуҙат” ипподромы манежы бинаһында үтәсәк.

РФ Энергетика министрлығы, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында күргәҙмәне ойоштороусылар – Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, «Башҡортостан» күргәҙмә комплексы, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

«Урала энергетикаһы-2009» — был иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһе, хаҡлы рәүештә Башҡортостан Республикаһында төп энергетик бизнес-форумы булып торасаҡ.

Күргәҙмә сиктәрендә сәнәғәттең бөтә тармаҡтары өсөн тәғәйенләнгән энергетика комплексы номенклатураһының киң спектры тәҡдим ителәсәк.

Быйыл күргәҙмәләрҙә 130-ҙан ашыу предприятие ҡатнаша. Экспоненттарҙың төп өлөшөн етештереүсе фирмалар тәшкил итә. Рәсәй төбәктәренән һәм Башҡортостан предприятиелары менән бер рәттән сит ил етештереүселәре лә ҡатнашасаҡ.

IX Рәсәй энергетика Форумы программаһының үҙәк ваҡиғаһы булып “Хәҙерге заман электротехник продукцияһы һәм фәнни-техник прогресс” конференцияһы һәм “Энергетик һөҙөмтәлелек. Проблемалар һәм хәл итеү юлдары” Бөтә Рәсәй конференцияһы торасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть