Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Композиторҙар союзы съезы тамамланды

Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Композиторҙар союзының 70 йыллығына арналған юбилей съезы тамамланды. 18 октябрҙә республика композиторҙарының ҙур форумы сиктәрендә йомғаҡлау саралары: отчет-һайлау йыйылышы һәм Рөстәм Сабитовтың “Прометей” балеты премьераһы үтте.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының был спектакле премьераһы БР Композиторҙар союзының юбилей съезына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.

Үҙ коллегаларын мөһим дата менән ҡотларға съезға Татарстан Республикаһының Композиторҙар союзы рәйесе Рәшит Кәлимуллин, Рәсәй Композиторҙар союзының Һамар ойошмаһы рәйесе Марк Левянт, Дағстан композиторы Ширвани Чалаев килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть