4 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2009 йыл, 16:55

“Өфө” аэропортының махсус техникаһы көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙер

автор: Любовь Колоколова

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә махсус техниканың 2009-2010 йылғы көҙгө-ҡышҡы навигацияға әҙерлеге тикшерелде. Смотрҙа аэропорттың махсус автотранспорты хеҙмәте, һауа судноларын ерҙә хеҙмәтләндереү хеҙмәте һәм яғыулыҡ-заправкалау комплексы техникаһы ҡатнашты.

Был сара ҡыш алдынан перрон техникаһының техник торошо яҡшы булыуын күрһәтте. Өфө аэропортының техник базаһы MASPORT, IVECO, ISUZU NQR, PEUGEOT кеүек донъя кимәлендәге алдынғы компанияларҙың заманса махсус автотранспорт төрҙәре менән даими яңыртып торола.

Бындай саралар миҙгел һайын үткәрелеп тора, сөнки предприятие судноларҙы сифатлы хеҙмәтләндереүҙе һәм пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирә.