10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2009 йыл, 16:29

Сибайҙа Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбе эшләй башланы

автор: Эльмира Сабирова

Сибай йәштәренә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ойошторған Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбендә өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге тыуҙы. Унда уҡыу хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында йәштәрҙең эшлекле әүҙемлегенә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә һөнәри йүнәлеш алыуына булышлыҡ итәсәк. Унда студенттар ғына түгел, 2008 йылдан Сибайҙа эшләп килгән бизнес-инкубаторҙың йәш, перспективалы эшҡыуарҙары ла уҡый ала.

Йәштәр эшҡыуарлығы мәктәбен ойоштороу тәжрибәһе Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Күмертауҙа, Ишембайҙа, Туймазыла һәм Өфөлә лә бар. Йыл аҙағына тиклем республика буйынса тағы 10 ошондай курстар асыу планлаштырылған.

Мәктәптә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы уҡытыусылары етәкселегендә ҡыҫҡа ваҡытта, йәғни өс аҙнала, йәштәр бизнес-планлаштырыу нигеҙҙәренә, бизнесты ойоштороу тәртибенә, документация алып барыуға һәм башҡа эштәргә өйрәнәсәк.

темалар: йәштәр