Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

“Йәш ғаилә-2009” ҡала конкурсы финалистары билдәләнде

Йәмғиәт

“Йәш ғаилә-2009” ҡала конкурсы финалына Иртуғановтар, Шемагоновтар, Пусковиттар, Морозовтар, Ғөзәйеровтар, Шәйхетдиновтар, Әхмәтғәлиевтар ғаиләләре сыҡты. Бөтә ете ғаилә лә район турҙарында еңеүселәр.

6 ноябрҙә Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк финалда ҡатнашыусылар алты номинацияла сығыш яһаясаҡ. Жюри ағзалары ир менән ҡатындың үҙ шәжәрәһен, ғаилә байрамдарын һәм йолаларын белеүен баһалаясаҡ. Конкурсанттарға һынлы сәнғәттә һәм биҙәү-ҡулланма ижадта, спортта, кулинар оҫталыҡта ярышырға тәҡдим итәсәктәр. Үҫеп килеүсе быуын да ситтә ҡалмаясаҡ. Балалар “Тик ултырып сыҙамайым” ярышында ҡатнашасаҡ.

Иң яҡшы йәш ғаилә исеменә биш йәшкә тиклем балалары булған 35 йәшкә тиклемге ғаилә парҙары дәғүә итә. Еңеүсе ғаиләгә төп приз – Мәскәүгә “Папины дочки” телесериалы геройҙары менән осрашыуға барыу. Бынан тыш, еңеүсе ғаиләләр “Йәш ғаилә-2009” республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть