Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ғалимдарының тикшеренеүҙәре III дәрәжә дипломға лайыҡ булды

Йәмғиәт

Башҡортостандан профессор Михаил Доломатов Берлинда үткән нанотехнологиялар буйынса Европа конгресында III дәрәжә «Nanotech Europe 2009» дипломына лайыҡ булды. Башҡортостан социаль технологиялар институты профессоры форумда Башҡортостан ғалимдары исеменән сығыш яһаны.

Үҙенең “Наноэлектроника өсөн материалдар һәм молекуларҙың электрон структураһын билдәләүҙең ябай ысулдары” тигән докладында Михаил Юрьевич үҙ аспиранттары менән бергә әҙерләгән молекуляр ҡоролмаларҙың һәм наноматериалдарҙың электрон структураһын тикшереү нескәлектәренә ентекле туҡталды. Михаил Долматовтың тикшеренеү һөҙөмтәләрен белгестәр юғары баһаланы, һәм ул абруйлы наградаға лайыҡ булды.

Конгреста донъяның 50 иленән нанотехнологиялар өлкәһендәге күренекле ғалимдар, ҙур фирмалар белгестәре һәм етәкселәре ҡатнашты.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть