10 декабрь, Шәмбе

16 октябрь 2009 йыл, 14:34

«ДДТ» төркөмө Өфөлә ике концерт бирәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ике йыл үткәндән һуң   Юрий Шевчук һәм  «ДДТ»  төркөмө  Өфөлә  ике концерт  бирәсәк.  Тәүге концерт  "DDT" Rock'n'Roll"  программаһы менән   “Өфө уттары” күңел асыу комплексында,ә икенсеһе   —  "DDT" Акустика” исемле программа менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.

Күңел асыу комплексында буласаҡ концертта төркөм  үҙенең “Хәбәрһеҙ юғалған" тип исемләнгән яңы альбомы менән сығыш яһаясаҡ. Унда тамашасылар иғтибарына  музыканттар  ике йыл әҙерләгән 11 йыр тәҡдим  ителәсәк.  Альбом ҡапма-ҡаршы йөкмәткеле: ауыр рок  лирика һәм философик уйланыуҙар тулы көй менән бергә яңғырай.

Икенсе концертта һәр бер йыр акустик музыка ҡоралдары ярҙамы менән  тормош, халыҡ, илебеҙ һәм уның киләсәге тураһында асыҡ һөйләшеү булып торасаҡ.

темалар: Концерттар