11 декабрь, Йәкшәмбе

16 октябрь 2009 йыл, 14:22

Ғинуар-сентябрҙә халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр

автор: Марият Артюхова

Быйыл ғинуар-сентябрҙә Башҡортостанда халыҡҡа түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү күләме 101,7 миллиард һум тәшкил итте. Сағыштырмаса хаҡтарҙа был күрһәткес былтырғынан 1,2 процентҡа кәмерәк.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хеҙмәтләндереүҙәрҙең дөйөм күләмендә 22 процент – транспорт, 18,2 – коммуналь, 14,1 – элемтә, 12 – торлаҡ, 10,3 процент көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре тәшкил итә.

Статистиктар көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре күләменең төп төрҙәре буйынса бүлеү тураһында ентеклерәк хәбәр итә. Туғыҙ айҙа, дөйөм алғанда, ул 11,1 миллиард һумлыҡ тәшкил иткән. Был 2008 йылдың ғинуар-сентябренә ҡарата 107,5 процент. Уның яртыһынан ашыуын торлаҡ ремонтлау һәм төҙөү тәшкил итә. Был категорияла ла уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда күләмдәрҙең үҫеүе – 18,4 процентҡа – күҙәтелә. Шулай уҡ фотоателье, фото һәм кинолабораториялар хеҙмәтләндереүҙәре – 12, транспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау 8,6 процентҡа артығыраҡ.

темалар: статистика