8 декабрь, Кесе йома

16 октябрь 2009 йыл, 12:30

“Салауат Юлаев” Антипов менән Воробьевты ебәрергә йыйынмай

автор: Дмитрий Слезин

“Салауат Юлаев” хоккей клубы Өфө командаһы менән Мәскәү “Динамо”һы уйынсылар менән алмашырға йыйыныуы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты. Атап әйткәндә, “Спорт-Экспресс” гәзите 2009 йылдың 14 октябрендә, Өфө командаһы уйынсылары Владимир Антипов менән Владимир Воробьев “Динамо” (Мәскәү) хоккей клубына күсергә йыйына, тип хәбәр иткәйне. Газета версияһы буйынса, “юлаевсылар” майҙанына Олег Сапрыкин күсергә тейеш булған.

Әммә “Салауат Юлаев” хоккей клубы сайтында урынлаштырылған рәсми белдереүҙә: “Спорт-Экспресс” гәзите хәбәрсеһе Александр Шапироның материалында килтерелгән был мәғлүмәт ялған, етмәһә, ул уйынсылар, тренерҙар штабы һәм көйәрмәндәр йөҙөндә клубыбыҙға зыян килтерә”, тиелә.

“Салауат Юлаев” хоккей клубы Владимир Антипов менән Владимир Воробьевтың башҡа клубтарға күсеү йәки уларҙы алмашыу кеүек бер ниндәй варианттарҙы ла күҙ уңында тотмай.

темалар: хоккей, КХЛ