9 декабрь, Йома

16 октябрь 2009 йыл, 12:13

Октябрьск ҡалаһының проблемалы предприятиелары буйынса ашығыс саралар күреләсәк

автор: Ольга Горюнова | фото: Олег Яровиков

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының  ситуация комиссияһы  Октябрьск ҡалаһында уҙған  күсмә ултырышында проблемалы предприятиеларҙың дөйөм иҡтисади хәлен тикшерҙе.

Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары  - БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Олег  Клинский  ҡатнашты.

  Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса Октябрьск ҡалаһында  сәнәғәт производствоһы  индексы 101 процент тәшкил итеүенә  ҡарамаҫтан, республика сәнәғәтендә эш хаҡы буйынса бурыстың 75 проценты  ҡала предприятиелары өлөшөнә тейә. Ҡайһы бер предприятиелар финанс көрсөк ауырлығын күтәрә алманы, әммә төп сәбәп, беренсе сиратта, милекселәрҙең   файҙаһыҙ  менеджментында,- тип билдәләне Премьер-министр.

Мәҫәлән, “Октябрьск  күн мануфактураһы”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 15 ноябрҙә һатыуға сығарыласаҡ. Билдәләнгәнсә,  сәбәбе  –   файҙаһыҙ  менеджментта һәм, уның һөҙөмтәһе булараҡ, сеймал етешмәүҙә.

– Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов  нисә мәртәбә беҙҙең күн сеймал базаһының бай булыуы хаҡында әйтә килде. Йыл һайын өс мең 600 тонна  һыйыр малы   һәм 900 тонна кәзә-һарыҡ  күне сеймалы әҙерләнә. Ләкин был күләм тулыһынса республиканан ситкә оҙатыла. Әйтеүемсә, предприятие һатыуға сығарыласаҡ. Тимәк, инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. – тип билдәләне  Раил  Сарбаев.

“Октябрьск  фарфор заводы”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең  дә  хәле  бизнесты төплө нигеҙләүһеҙ төҙөгән күпселек милекселәрҙекенә хас. Предприятиела сит илдән килтерелгән заманса ҡорамалдар тора,  ләкин улар тулы ҡеүәтенә файҙаланылмай.  Кәңәшмәлә был  предприятие тейешле ҡеүәттә эшләй башлаһын өсөн 10 миллион һум бүлергә ҡарар ителде.

темалар: Комиссиялар