9 декабрь, Йома

16 октябрь 2009 йыл, 11:58

Биш режиссер республика хаҡында кино төшөрә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Булат Йосоповтың Кино мәктәбендә “Биш режиссер республика хаҡында кино төшөрә” темаһы буйынса конкурста еңеүсе йәш режиссерҙар үҙҙәренең тәүге ҡыҫҡа метражлы фильмдарын төшөрөүгә тотона. Кино төшөрөү осоро 18 октябрҙә башлана, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығына проект кураторы Никита Канапацкий.

Программала ҡатнашыусы һәр кеше үҙ фильмының сценарисы һәм режиссеры ролендә сығыш яһай. Кино төшөрөү процесына ике көн бүленгән. Процесҡа Кино мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре етәкселек итә — был Булат Йосоповтың төп принциптарының береһе. Үҙ эштәрен йәш режиссерҙар тамашасыларға декабрь аҙағында ҡала кинотеатрҙарының береһендә тәҡдим итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ойошторған конкурс һөҙөмтәләре буйынса кинорежиссер Булат Йосоповҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты бирелгәйне. Булат Йосопов был грантты үҙенең ошо проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтте.

темалар: кино