9 декабрь, Йома

16 октябрь 2009 йыл, 11:19

“УралСиб” эшһеҙҙәргә ҡайтанан профессиональ әҙерлек үткәрә

автор: Ольга Горюнова

“УралСиб” банкы эшһеҙ граждандар өсөн ҡайтанан профессиональ әҙерлек программаһын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙы. Улар “Коммерциялағы менеджмент” ҡайтанан профессиональ әҙерлек программаһы буйынса уҡыны.

Эшһеҙ граждандар өсөн уҡыу курсы бушлай, уға сығымдарҙы банк финанслай. Программа сиктәрендә уҡытыуҙы “УралСиб” төбәк уҡыу үҙәктәре уҡытыусылары менән берлектә “МИРБИС” Мәскәү халыҡ-ара бизнес юғары мәктәбе уҡытыусылары үткәрә.

— Программа тыңлаусылары юғары йәки урта махсус белемгә эйә, — ти банктың Өфө филиалы идарасыһы Леонид Ғафаров. – Уларҙың барыһы ла бөгөн эшһеҙ ҡалған, йәки уларҙы тәүҙә алған специальносы буйынса эш сиктәрендәге мөмкинлектәр мөрхәтһендермәй. Программа тыңлаусыларының күбеһе үҙ эшен асырға планлаштыра. Курс тамамлаусыларҙың ҡайтанан әҙерлек программаһы барышында алған белемдәре менән бергә әүҙем тормош позицияһы уларға эшмәкәрлектең яңы өлкәһендә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Банк шулай уҡ төбәктәрҙә мәшғүллек үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә. Бөгөн берлектәге проект сиктәрендә банк эшһеҙ граждандар өсөн тренингтар үткәрә һәм мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған вуз тамамлаусылар өсөн стажировкалар ойоштора.

темалар: мәшғүллек