7 декабрь, Шаршамбы

16 октябрь 2009 йыл, 10:03

Анкарала Сыңғыҙ Айтматов ижадының башҡорт әҙәбиәтенә тәьҫире тураһында һөйләштеләр

автор: Әхәт Сәлихов

Анкарала билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматовтың ижади мираҫын өйрәнеүгә арналған Халыҡ-ара ғилми конференция булып уҙҙы. Унда Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге  Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты.  Башҡорт ғалимдары, Американың Ҡушма штаттары, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм Япония ғалимдары менән берлектә, Сыңғыҙ Айтматов ижадының  башҡорт әҙәбиәтенә тәьҫире, башҡорт халыҡ ижадында һәм яҙыусы әҫәрҙәрендә мифологик сюжеттарҙың тап килеүе тураһында һөйләне.

ТЮРКСОЙ халыҡ-ара ойошма һәм Анкара университеты ойошторған конференция сиктәрендә   күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусының тормошо тураһында документаль фильм, “Аҡ пароход”  нәфис фильмы һәм “Манҡорт” спектакле (Эскишехир ҡалаһы дәүләт театры) күрһәтелде.  

Конференцияла шулай уҡ Сыңғыҙ Айтматовтың һеңлеһе, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Мария Айтматова, Зәйнулла Рәсүлевтың  тыуасары Әминә Ғәзизова, Мәскәү дәүләт университеты профессоры, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусылары Мөхтәр Ауэзов һәм Абайҙың ижадын тикшереүсе Николай Анастасьев ҡатнашты.

темалар: Әҙәбиәт