Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Француз компанияһы Туймазыла керамик кирбес заводы төҙөргә планлаштыра

Сәйәсәт

Францияның «ЛУ'БАТ+» компанияһы Башҡортостан территорияһында керамик кирбес етештереү буйынса завод төҙөүгә 30 миллион евро инвестицияларға планлаштыра. Был турала договорға Туймазы ҡалаһында ҡул ҡуйылды.

— Компания бик дөрөҫ юл һайлаған, — тине ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашҡан республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Башҡортостанда сәнәғәт инвесторҙарын йәлеп итеү өсөн ер алыуҙа ярҙам итеүҙән башлап һалым льготаларына тиклем мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырылған.

— Республикаға тәүге тапҡыр мин биш йыл элек килеп киткәйнем һәм Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙә инвестициялар өсөн иң яҡшы һәм ышаныслы территорияларҙың береһе булыуына инанам, — тине компания президенты Жозе Бертанья.

Төҙөлөш эштәрен киләһе йыл мартта башларға планлаштырыла. Шул саҡта буласаҡ заводтың тәүге мастерҙары Бельгияға уҡытырға ебәреләсәк, унда улар заманса ҡорамалдар менән эшләү күнекмәләрен үҙләштерәсәк.

— Яңы технологиялар арҡаһында, — тип билдәләне Жозе Бертанья, — беҙ яңы заводта сығарыласаҡ 60 миллион кирбестең һәр береһенең сифатын гарантиялай алабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть