8 декабрь, Кесе йома

15 октябрь 2009 йыл, 16:49

Өфөлә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйҙәр

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Бөгөн Өфөлә  Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйҙәр. Байрам сараһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә. Унда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнаша.

Тантаналы  йыйылышта шулай уҡ  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Өфө ҡалаһы хакимиәте  башлығы Павел Качкаев  бар.

Һөнәри  байрамдарын билдәләргә тармаҡтың иң  уңған вәкилдәре, юл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, ветерандар йыйылған. Был көндө улар  күтәренке кәйеф менән ҡаршылай: республиканың төрлө төбәктәрендә юлдар һалына, күперҙәр төҙөлә, урамдарҙы төҙөкләндереү  даими алып барыла.