3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2009 йыл, 14:53

Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур иғтибар бирелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостан Республикаһында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса 165 сара үткәрелде. Был маҡсаттарға республика, муниципаль бюджеттарҙан һәм башҡа сығанаҡтарҙан ике миллион 93 мең һум аҡса бүленде. Был һандарҙы Республика Йортонда үткән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Миграция сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Ольга Ижбульдина еткерҙе.

— Быға миҫал булып июнь айында Башҡортостанда Рәсәй латыштары конгресы ҡатнашлығында үткәрелгән Бөтә Рәсәй латыш йыры байрамы, шулай уҡ йыл һайын ойошторолған “Туғанлыҡ” төрки телле халыҡтар фестивале һәм башҡа төрлө музыкаль ижад конкурс-фестивалдәре тора, — тине ул.

Бынан тыш, республикала йыл һайын Науруз байрамы үткәрелә. Унда башҡорттар, татарҙар, үзбәктәр, тажиктар, ҡаҙаҡтар, төркмәндәр, азербайжандар, чечендар, дағстандар һәм башҡа халыҡтар әүҙем ҡатнаша.

Ольга Ижбульдина әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта республикала 22 дини йүнәлеш буйынса төрлө конфессияларҙың ете дини үҙәге, 1363 дини берләшмәһе эшләй. Республикала дини процестарҙы һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләләрен БР Хөкүмәте ҡарамағында махсус ойошторолған Дин эштәре буйынса совет хәл итә.