7 декабрь, Шаршамбы

15 октябрь 2009 йыл, 13:48

“Йыл эшҡыуары” конкурсы башлана

автор: Любовь Колоколова.

Республикала йыл һайын үткәрелеп килгән “Йыл эшҡыуары” конкурсы башлана. Уның маҡсаты – компанияларҙың иң уңышлы хужаларын һәм етәкселәрен асыҡлау.

Конкурс бер нисә номинация буйынса үткәрелә. Төп номинация – “Йыл эшҡыуары” – үҙ бизнесын үҫтереүҙә өлгәшкән юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Был номинацияла бизнес хужалары һәм етәкселәре ҡатнаша ала.

“Йыл эшҡыуары” конкурсын ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм "First Business School".

Конкурста республиканың бөтә төбәктәренән үҙ бизнесы уңышы тарихын эшлекле даирәләргә еткерергә әҙер булған эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Заявкалар 14 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙың тулы комплекты “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы сайтында баҫылған: http://www.oporarb.ru/doc/attachments.zip.