Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Муниципаль властар һәм профсоюздар хеҙмәттәшлек итеү юлдарын эҙләй

Сәйәсәт

Республиканың Асҡын районында район хакимиәте етәкселеге менән профсоюз активы кәңәшмәһе үтте.

Муниципаль властар, район эш биреүселәр берекмәһе һәм профсоюз ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләү кәңәшмәнең төп темаһы булды. Был өс яҡтың берлектәге эш нигеҙендә 2008-2009 йылдарға территориаль Килешеү ята. Был килешеү сиктәрендә яҡтар райондың артабанғы социаль-иҡтисади үҫеше, финанс-иҡтисади сәләмәтләндереү, производствоны үҫтереү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт баҙарын тотороҡландырыу буйынса йөкләмәләр алды. Килешеүҙә шулай уҡ хеҙмәтте, һаулыҡты һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре мөһим урын биләй.

Кәңәшмә барышында яҡтар район өс яҡлы комиссия ултырыштарында Килешеүҙе тормошҡа ашырыуҙы даими ҡарау (кәмендә ярты йылға бер тапҡыр) һәм киң мәғлүмәт сараларында был процесты яҡтыртып барыу тураһында һөйләшеп килеште.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть