7 декабрь, Шаршамбы

15 октябрь 2009 йыл, 11:29

Истанбулда Башҡортостандың инвестицион проекттарын презентациялау үтте

автор: Әлим Фаизов

Төркиәләге Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге Башҡортостандың яңыртылған инвестицион проекттарын презентациялау үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһының инвестицион проекттары буйынса түңәрәк өҫтәл шишәмбе көнө Төркиәнең Бизнесмендар һәм сәнәғәтселәр конфедерацияһы бинаһында үтте.

Иртәгәһенә, 14 октябрҙә, Төркиәнең Палаталар һәм биржалар союзы бинаһында Төркиә-Рәсәй Эшлекле Советы менән берлектә Башҡортостандың инвестицион проекттары презентацияланды. Түңәрәк өҫтәлдә һәм презентацияла БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов сығыш яһаны, ул Башҡортостанға инвестициялар һалыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне, бигерәк тә ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм күн производствоһына төп баҫым яһаны.

Презентацияларҙа Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиле вазифаһын башҡарыусы Рәшит Баталов, РФ Сауҙа вәкиллегенең Истанбулдағы бүлексәһе етәксеһе Александр Сенаторов, Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының инвестицион и инновацион эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Елена Артемова ҡатнашты.