7 декабрь, Шаршамбы

15 октябрь 2009 йыл, 11:39

БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, алкоголгә битараф булыу нормаға әүерелергә тейеш, тигән ҡарарға килделәр

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы  Йортонда  Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы  Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы  “Йәштәр араһында алкоголизм  мәсьәләләрен хәл итеү юлдары” темаһына ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар,   йәмғиәттә алкоголгә битараф булыу нормаға әүерелергә тейеш, тигән ҡарарға  килде.

“Түңәрәк өҫтәл” эшендә  Дәүләт Йыйылышы комитеттары рәйестәре Альбина Буранғолова, Рауил Бикбаев,  комитет рәйестәре урынбаҫарҙары Римма Үтәшева, Дмитрий Купцов, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры  Александр Никерин, уның урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, дәүләт һәм йәмәғәт структуралары вәкилдәре, йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы  ағзалары  һәм рәйесе Руслан Ғизәтуллин ҡатнашты.

Йәштәрҙең   спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы  енәйәтселектең, үлем  кимәленең үҫеүенә килтерә, демографияға кире йоғонто яһай, һаулыҡты ҡаҡшата, әхләҡи  ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығара. Социологик тикшеренеүҙәр һәм  рәсми медицина статистикаһы буйынса, йәштәр араһында алкоголле эсемлектәр ҡулланыу киң таралған. Үҙҙәре таныуса, 12-22 йәштәгеләрҙең  82 проценты  төрлө йышлыҡта алкоголле эсемлектәр ҡуллана. Үҫмерҙәр систематик рәүештә  14 йәштә эсә башлай.  Спиртлы  эсемлектәр  араһында  йәштәр һыраға өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте буйынса һыра акоголле эсемлектәр иҫәбенә кермәй. Римма Үтәшева  2008 йылда  Рәсәйҙең алкоголизмдан 75 мең кешене юғалтыуы, был һандың  Советтар Союзы  заманында Афғанстанда  һәләк булғандар иҫәбенән биш тапҡыр күберәк булыуы хаҡында әйтеп үтте.

Йәштәр араһында алкоголизм таралыуы мәсьәләһен бөтә яҡлап тикшергәндән һуң,  ошо өлкәлә ҡануниәтте камиллаштырыу һәм алкоголизмға ҡаршы тороу маҡсатында  “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар  Дәүләт Йыйылышына  бер нисә  тәҡдим индерергә ҡарар  итте. Мәҫәлән,   республикала  йәштәрҙең алкоголле һәм спиртлы продукцияларҙы, һыра  ҡулланыуҙы сикләүсе ҡанундарҙың үтәлешенә мониторинг үткәреү. Шулай уҡ улар 1995 йылдың 22 ноябрендә ғәмәлгә ингән  “Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”   171-се  федераль законға һыра һәм уның нигеҙендә етештерелгән эсемлектәрҙе алкоголле  продукция итеп танырға тигән   үҙгәрештәр индереү тураһында Дәүләт Думаһына  закондар сығарыу инициативаһы менән сығырға тәҡдим итте.