6 декабрь, Шишәмбе

15 октябрь 2009 йыл, 11:28

Благовар ҡошсоларына – “Алтын көҙ-2009” алтын миҙалы

автор: Марият Артюхова

Алтын миҙал – “Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы” дәүләт унитар предприятиеһының Мәскәүҙә “Алтын көҙ-2009” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу һөҙөмтәһе бына ошондай. Был Рәсәй ҡошсолары алған ун юғары награданың береһе.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Благовар ҡошсолары  күргәҙмәлә төрлө тоҡомло өйрәктәр, шулай уҡ “Һунар” тоҡомло фазандар күрһәткән. Улар күргәҙмәлә иғтибар үҙәген яулаған. РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник башҡорт ҡош-ҡорттарын лайыҡлы баһалаған. Улар ҡошсоларыбыҙҙы маҡтап, эштәрендә артабан да уңыштар теләгән.

темалар: күргәҙмәләр