10 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2009 йыл, 10:40

Өфөнөң ҡулланыу баҙары үҫешә

автор: Ольга Горюнова

Былтыр йыл аҙағында башланған көрсөк ваҡлап һатыу сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы әйләнешенең үҫеш темптарында, яңы төҙөлгән сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объекттары һанында кире сағылды. Был турала матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин хәбәр итте.

Мәҫәлән, былтыр ошо уҡ осорҙа 80 мең квадрат метрҙан ашыу майҙан менән 120 яңы сауҙа объекты сафҡа индерелһә, быйыл уҙған осорҙа 33 мең квадрат метр самаһы дөйөм майҙан менән 100-ҙән ашыуыраҡ яңы сауҙа объекты асылды.

— Шулай ҙа, финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы заманса стационар сауҙа предприятиелары төҙөү һәм сафҡа индереү дауам итә, — тип билдәләне Марат Ғәлиуллин. – Хәҙерге ваҡытта 34 ҙур сауҙа объекты төҙөлә, уларҙың дөйөм майҙаны 914 мең квадрат метр тәшкил итә, 361 мең “квадрат” дөйөм майҙан менән 15 объект төҙөлөшө туҡтатылған, уларҙың дүртәүһе – автоүҙәктәр.

Дөйөм алғанда, Өфөнөң ҡулланыу баҙарының торошо һәм уның үҫеш перспективалары тураһында һөйләп, Марат Ғәлиуллин, ҡаланың ҡулланыу баҙарына биш меңдән ашыу сауҙа һәм туҡланыу объекттары инә, уларҙың 2,8 меңдән ашыуы – стационар сауҙа селтәре объекттары, тип билдәләне. Сауҙа селтәрендә 75 меңдән ашыу ҡала халҡы эшләй, уларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 15 909 һум (тотош ҡала буйынса 19505 һум) тәшкил итә.

Халыҡты республика етештереүселәренең ит, йәшелсә һәм башҡа продукциялары менән тәьмин итеү өсөн 2009 йылдың 19 сентябренән башлап 1 ноябренә тиклем шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә. Унда йәшелсә продукцияһына хаҡтар ҡала баҙарҙарында һәм сауҙа комплекстарындағыға ҡарағанда түбәнерәк ҡуйыла.