3 декабрь, Шәмбе

15 октябрь 2009 йыл, 9:25

Автотуризмды үҫтереү перспективалары тикшереләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында матбуғат конференцияһы үткәрелә. Унда төбәктә автотуризмды үҫтереү перспективаһы һәм “Туристик Башҡортостан” республика йәштәр автоэкспедицияһының беренсе этабы йомғаҡтары төп тема булып торасаҡ.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә,  йәштәр проектының төп бурыстары булып автотуризмды һәм автоспортты популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, Рәсәйҙең ҙур туристик үҙәктәренең береһе булараҡ республика имиджын нығытыу, БР райондары туризмын үҫтереү өсөн перспективалы маршруттарҙы өйрәнеү тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының туризм маршруттары” экспедицияһының беренсе этабы быйыл 27 сентябрҙән 1 октябргә тиклем үткәрелде.

темалар: Туризм