6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 17:24

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюздары биш йыллыҡҡа йомғаҡ яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре  профсоюздарының отчет-һайлау конференциялары республиканың өс ҡалаһында үтте.

"Башинформ" мәғлүмәт  агентлығына  БР  Профсоюздар федерацияһының матбуғат  үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йыйылыштар  Стәрлетамаҡ (профсоюз ағзаларының  дөйөм  һаны 6700-ҙән ашыу), Сибай (1500  кеше) һәм Белорет(2700) ҡалаларында үтте. Конференциялар барышында профсоюздарҙың  һуңғы биш йыллыҡ  эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

темалар: Профсоюздар