Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Газ двигателе менән “НефАЗ” автобусы халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйылған

Иҡтисад

Бөгөн Мәскәүҙә, «Крокус-Экспо» күргәҙмә үҙәгендә асылған «GasSUF-2009» халыҡ-ара күргәҙмәһендә газ двигателе менән «НефАЗ-5299-30-31» тәпәш иҙәнле ҡала автобусы күрһәтелә.  Нефтекама автозаводы яңылығы баш предприятие – «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы өлгөләре иҫәбендә ҡуйылған. Уның газ двигателе «Евро-4» стандарттарына тап килә.

«GasSUF-2009»ҙың төп темаһы – газ бүлеү һәм тәбиғи газды һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары баҙарын үҫтереү. «GasSUF» күргәҙмәһендә автотехниканы газ яғыулығына күсереп йыһазландырыу технологиялары, тәбиғи газды шыйыҡландырыу, һаҡлау һәм йөрөтөү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ энергияны һаҡлаусы технологиялар тәҡдим ителә.

Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, Евросоюз илдәрен үҫтереү программаһы менән 2020 йылға автомобилдәрҙең дүрттән бер өлөшөн яғыулыҡтың альтернатив төрҙәренә күсереү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть