Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Берҙәм рәсәйлеләр “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы”н башлай

Сәйәсәт

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында берҙәм рәсәйлеләрҙең  “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы”  исемле автомобилдәр ярышы старт ала. Уның сиктәрендә төбәктәрҙә партияның яңы  Программаһы  тикшереләсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙең  яңы Программаһы ноябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында уҙасаҡ  ун беренсе съезда ҡабул ителергә тейеш.

“Петербург-Владивосток” автомобилдәр ярышы 16 ноябргә тиклем дауам итәсәк һәм илебеҙҙең 18 ҡалаһы, шул иҫәптән Өфө,  аша үтергә тейеш. Уларҙың һәр береһендә экспедицияла ҡатнашыусылар “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы вәкилдәре, йәштәр, ветерандар менән осрашып, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреп, партияның Программаһы тураһында һөйләшергә ниәтләй. Сәйәси сараларҙан тыш, улар Рәсәй тарихы тураһында лекциялар уҡыясаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ярыштың рәсми автомобилдәре итеп, оҙайлы сәйәхәт шарттарында ла, насар юлдарҙа ла иң  яҡшы иҫәпләнгән UAZ Patriot  машиналары һайланған.

Бер ай эсендә сәйәхәтселәр ун бер мең  саҡрым юл үтергә тейеш. Старт алдынан “флаг эстафетаһы” башы  билдәһе итеп,  экспедицияла ҡатнашыусыларға Петербуг ҡалаһының флагы тапшырыласаҡ.  Автомобилдәр ярышы  һуңғы географик нөктә буласаҡ Владивостокта  “Рәсәй цивилизацияһының бөйөк юлы” үткән ҡалалар флагтарының парады менән тамамланасаҡ.

Теги: Партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть