Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Граждандарыбыҙ пенсияларын 42 миллион һумға арттырҙы

Иҡтисад

Башҡортостанда Пенсияларҙы дәүләт ҡушма финанслауы программаһы буйынса өҫтәмә страховка взностары сифатында граждандарҙан 42 миллион һумдан ашыу аҡса килгән. Башҡортостан Республикаһы был Программала иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булып тора.

Дәүләт ҡушма финанслауына иҫәп тотоу өсөн Программала ҡатнашыусы үҙенең буласаҡ пенсияһы фондына йыл буйына кәмендә 2000 һум аҡса күсерергә тейеш. Шул осраҡта дәүләт был аҡсаларҙы ике тапҡырға арттыра. Ай һайын йәки бер тапҡыр индереп, үҙ предприятиеңдың бухгалтерияһы аша ла, шулай уҡ үҙегеҙ теләгән банк аша ла түләргә мөмкин. Программа тәүге взносты индергән көндән алып ун йылға иҫәпләнгән. Ҡушма финанслауҙың өсөнсө яғы булып бының өсөн һалым льготалары алыусы эш биреүсе сығыш яһай ала.

Ғаризаны йәшәгән урын буйынса Пенсия фондының территориаль органына үҙең мөрәжәғәт итеп, йәки үҙ эш биреүсең аша, йә булмаһа трансферагент аша ла бирергә мөмкин.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пенсияларҙы дәүләт ҡушма финанслауы программаһы тураһында закон ғәмәлгә индерелгәндән алып республика райондарында һәм ҡалаларында Рәсәй Пенсия фонды территориаль идаралыҡтарына 82 меңдән ашыу ғариза бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть