11 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 15:20

Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән йыйылыштар һәм митингылар тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһы тикшерәсәк

автор: Николай Ермоленко

Дәүләт Думаһы Советы   21 октябрҙә үтәсәк Дәүләт Думаһының сираттағы ултырышы көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткән  “Йыйылыштар,  митингылар, демонстрациялар, халыҡ ағымдары һәм пикеттары тураһында” Федераль законға  үҙгәрештәр индереү хаҡында”    193208-5-се  һанлы федераль закон проектын индерергә ҡарар итте.

Федераль закон проекты закондар сығарыу инициативаһы тәртибендә  2009 йылдың 25 апрелендә индерелде. Башҡортостан парламенты депутаттары митингылар, демонстрациялар һәм башҡа асыҡ  саралар үткәреү тәртибен хоҡуҡи яҡтан регламентлау  өлөшөндә үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә.  Йәмәғәт   берләшмәләре  һәм дини ойошмалар эштәре буйынса Дәүләт Думаһы комитеты уны беренсе уҡыуҙа тикшерергә тәҡдим итә.

Совет ҡарары буйынса закон проекты һәм уның буйынса  материалдар РФ Президентына, Федерация Советына, РФ Хөкүмәтенә,  Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға ебәрелгән.