4 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 15:20

Республикала сит ил кешеләре һаны 22 меңгә кәмене

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән сит ил граждандары һаны былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 22 мең кешегә кәмегән. Был турала бөгөн Республика Йортонда үткән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Миграция сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов хәбәр итте.

— Беҙгә килеүсе сит ил кешеләре һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмене, – тине вице-премьер, – ә төбәктән ситкә китеүселәр һаны киреһенсә артты. Шулай итеп. Бөгөн Башҡортостанда 32374 сит ил кешеһе иҫәпләнә.

Бындай күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, республика территорияһына сит ил граждандарының килеүен контролгә алыу сараларының актуаллеге, Фидус Ямалетдиновтың фекеренсә, элеккесә юғары. Бөгөн республика биләмәһе участкаларға бүленгән, уларға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре беркетелгән.