7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2009 йыл, 14:50

Мортаза Рәхимов Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

14 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закиров менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Башҡортостан менән Татарстан араһында мәҙәниәт, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Мортаза Рәхимов Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлеген, мәҙәниәтен һаҡлауға, телдәрен үҫтереүгә республикала ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.

Яҡтар мәғариф системаһында милли компоненттарҙы һаҡлауға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр буйынса, юғары уҡыу йорттарына инеү, БДИ тапшырыу мәсьәләләрен хәл иткәндә федераль үҙәк менән диалогта берҙәм позиция эшкәртеү кәрәклеге менән килеште.

Ринат Закиров Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостанда йәшәүсе татарҙарға ярҙам итеү саралары өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Беҙ күрше Башҡортостанда татарҙар туған телдәрен өйрәнә, үҙ мәҙәниәтен һаҡлай, балаларын татар халҡы йолалары һәм традициялары буйынса тәрбиәләй алһын өсөн бөтә кәрәкле шарттар тыуҙырылыуын күрәбеҙ. Башҡортостан баш ҡалаһында бына тигән “Нур” татар театры төҙөлгән, мәктәптәрҙә балалар татар телен өйрәнә ала. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла беҙҙе шатландыра, — тип билдәләне Бөтә донъя татарҙары конгресы башҡарма комитеты башлығы.

Осрашыуҙа шулай уҡ ике республика биләмәһендә Татарстан һәм Башҡортостан телевидение каналдарын киңәйтеү мәсьәләләре, 2010 йылда үткәреләсәк Башҡортостан татарҙары съезына әҙерлек барышы тикшерелде.