10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 14:40

Өфө трикотаж фабрикаһы алтын миҙал яуланы

автор: Любовь Колоколова

Екатеринбург ҡалаһының Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә  уҙған  “Экспоподиум”  XVIII махсуслаштырылған  еңел сәнәғәт тауарҙары  күргәҙмәһендә “Өфө трикотаж фабрикаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коллекцияһы “Көҙ-ҡыш” йәштәр коллекцияһы конкурсында беренсе урын   һәм продукцияның сифаты өсөн алтын миҙал яуланы.

"Башинформ"мәғлүмәт агентлығына БР-ҙың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади  бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә 65  Рәсәй һәм сит ил етештереүселәре ҡатнашҡан.

темалар: Күргәҙмәләр