6 декабрь, Шишәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 14:21

436 йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк

автор: Эльмира Сабирова

2002 – 2010 йылдар осорона ҡабул ителгән  “Торлаҡ”  федераль  маҡсатлы программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү”  ярҙамсы программаһы сиктәрендә 436 ғаилә  торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.

“Башинформ”  агентлығына БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  бының өсөн федераль бюджеттан 128,365 миллион һум бүленгән.

“Фатир мәсьәләһен” хәл итеү — дәүләт йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе. Башҡортостан Республикаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам итеү   буйынса  2003 – 2010 йылдар осорона ҡабул ителгән  дәүләт программалары  уңышлы эшләй. Программа ҡабул ителгәндән бирле 10 мең йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты: 2171 ғаилә  —   льготалы кредит, 1602-һе   — өҫтөнлөклө шарттарҙа фатир, 2883 -сө  —  йорт төҙөү йәки уны һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр, 3500-ҙән ашыу ғаилә бала тыуғанда  бирелгән субсидиялар алды.

темалар: Йәштәр