7 декабрь, Шаршамбы

14 октябрь 2009 йыл, 13:53

Башҡортостан парламентының ун һигеҙенсе ултырышында бюджет документтары ҡараласаҡ

автор: Николай Ермоленко

22 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың ун һигеҙенсе ултырышында БР Президенты тәҡдим иткән бюджет документтары пакеты ҡараласаҡ. Был  2010 йылға һәм 2012 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһының социаль — иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты, шулай уҡ  “2010 йылға  Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” һәм “2010 йылға  Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фонды бюджеты тураһында”  закон проекттары.

Республика парламентының ун һигеҙенсе пленар ултырышын үткәреү тураһында ҡарарын  Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы үҙенең  егерме беренсе ултырышында  раҫланы. Парламенттың сираттағы ултырышы көн тәртибе проектына урындағы үҙидара, йәштәр сәйәсәте һәм башҡалар тураһында ғәмәлдәге закондарға үҙгәрештәр индереү буйынса 30-ға яҡын закон проекты индерелде.Өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн бер нисә закон проекты тәҡдим ителде. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”, “Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары  тураһында  ” Башҡортостан Республикаһы   законының 5-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”, ” Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында”  республика закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекттары бар. Парламент, бюджет документтарынан тыш, беренсе уҡыуҙа  ла закон проекттарын ҡараясаҡ. Улар  Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәтенең  Дәүләт Йыйылышына  үҙ  эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында йыл һайын отчет биреү тәртибенә асыҡлыҡ индергән “Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте тураһында” , муниципаль берәмек башлығын отставкаға ебәреү нигеҙҙәрен һәм тәртибен аныҡлаусы  “Башҡортостан Республикаһында  урындағы  үҙидара тураһында” ,   республикала Профсоздар хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүсе “ Профессиональ союздар тураһында” БР-һы Закондарына үҙгәрештәр индереү хаҡында  закондар проекты.

Парламентарийҙар  Дәүләт Думаһына ”Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” федераль закон проектын индереү буйынса  закондар сығарыу инициативаһы менән сығыш яһаясаҡ,  Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы  икенсе саҡырылыш Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының   2007- 2009 йылдар осоронда эше хаҡында отчетын тыңлаясаҡ.

Кәңәшмәлә  ” Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу тураһында”   темаһына парламент тыңлауҙары үткәреү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.