9 декабрь, Йома

14 октябрь 2009 йыл, 13:37

“Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсында наградаға лайыҡ мәктәптәр

автор: Эльмира Сабирова

Санкт-Петербургта “Өлкәндәр белеме аҙнаһы” ЮНЕСКО акцияһы сиктәрендә “Матур мәктәп-2009” халыҡ-ара конкурсы үтте. Башҡортостандан унда Өфө ҡалаһының 118-се, 68-се дөйөм белем биреү мәктәптәре, 65-се гимназияһы, Белорет районының Сәрмән балалар йорто һәм Әлшәй районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡатнашты. Беҙҙең учреждениелар тәҡдим иткән проекттар дипломдар менән билдәләнде. Ә әлшәйҙәрҙе – республика граждандарының шәхес булып формалашыуы һәм үҫешеүе, уҡыусыларҙың социаль мөһим эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған белем биреү учреждениеһы моделенең үҙенсәлекле концепцияһы авторҙарын – жюри ағзалары Швецияға һәм Финляндияға туристик путевка сертификаты менән дәртләндерҙе.

Бынан тыш, “Өлкәндәр белеме аҙнаһы” акцияһы сиктәрендә Санкт-Петербург педагогия университетында БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың “Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы: инновацияларға асыҡлыҡ” китабын презентациялау үткәрелде.

— Ул форумда ҡатнашыусыларҙа шундай йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты, хатта йыйылыусыларҙың һорауы буйынса был тикшеренеүҙә ҡаралған проблемалар буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙек, — ти Ғәлиә Мохтар ҡыҙы. – Китаптың йөкмәткеһе мәғарифты яңыртыу процесының бөтә яҡтарын солғап ала, мәғариф системаһын артабан үҫтереү йүнәлештәре бирелгән, уҡыусыны һуңғы ваҡытта педагогик практикала киң ҡулланылған “портфолио” төшөнсәһе менән таныштыра. Китапта уҡыусыларҙың, студенттарҙың ижади эштәренән таблицалар һәм фрагменттар бирелгән.

темалар: мәктәптәр